Ил ағаһына 90 йәш тулған булыр ине

Ил ағаһына 90 йәш тулған булыр ине

Бөгөн Республикабыҙҙың тәүге президенты Мортаза Ғөбәйҙуллы улы Рәхимовтың тыуған көнө. Уға 90 йәш тулған булыр ине. Мортаза Рәхимов Башҡортостан үҫеше өсөн ғәйәт ҙур эштәр башҡарғас шәхес. Ул етәкселек иткән осорҙа беҙҙең республика илдә бар йүнәлештәр буйынса ла алдынғы урындарға сыҡты. Республикала йәшәгән бар милләт вәкилдәре өсөн дә милли-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн тигеҙ шарттар тыуҙырылды. Мортаза Рәхимов республика менән идара иткән осорҙа Башҡортостанда меңдән ашыу мәктәп, йөҙҙәрсә дауахана асыла. Тотош ауылдар, тотош райондар торғонлоҡ, үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң яңы һулыш ала. Халыҡҡа милли мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырыла, республика мәктәптәрендә балалар 15 телдә белем ала. “Мортаза Рәхимов” мәктәбен үткән республиканың бөгөнгө етәкселеге Башҡортостандың данын йәнә Рәсәй кимәленә сығара. Мортаза Ғөбәйҙулла улы былтыр 11 ғинуарҙа вафат булды. Бөгөн унынсы яртыла һәм 13 сәғәт 20 минутта Мортаза Ғәбәҙулла улына арналған фильм ҡарағыҙ.