Пенсияға өҫтәп 5 мең һум

Тулыраҡ: Пенсияға өҫтәп 5 мең һум

Пенсияға өҫтәп 5 мең һум

2017-се йылдың ғинуарында Башҡортостанда 5 мең кимәлендәге бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе 1 миллион 163 мең эшләүсе һәм эшһеҙ хаҡлы ялдағылар аласаҡ. Был сумманы түләү өсөн 5 миллиард 800 миллион һум аҡса кәрәк, тип белдерәләр Пенсия Фондынан. Түләү ғаризаһыҙ, пенсия фондында һаҡланған документтар нигеҙендә бирелә. Кеше бер юлы ике пенсия алған осраҡта, шуларҙың береһен пенсия фонды түләй икән, бер тапҡыр түләнә торған аҡсаны Рәсәй пенсия фондының территориаль органы аша алырға мөмкин. 2017-се йылдан индексацияның элекке тәртибе эшләйәсәк.