Яратып һәм яратылып йәшә

Тулыраҡ: Яратып һәм яратылып йәшә

Яратып һәм яратылып йәшә.

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Ольга менән Родион Лобановтарҙың был тормош девизы. Уларҙың бергә йәшәүенә 70 йыл. 91 йәшкә еткәләр ҙә Лобановтарҙың әле лә мөхәббәт усағы һүнмәгән. 70 йыл үтһә лә йөрәктәр һаман ҡайнар. Ольга менән Родион Лобановтарҙың әле лә мөхәббәт усағы һүнмәгән. Ғаилә ҡороу осоро ауыр йылдарға тап килһә лә, улар бер ҙә тормош ҡыйынлыҡтарына бирешмәгән. 1942 йылда Родион Григорьевич фронтҡа алына. Ике йыл хеҙмәт иткәс, яраланып комиссиялана. Тыуған яғына ҡайтҡас, 1946 йылда Ольга Афанасьевна менән тормош ҡора. Улар 5 балаға ғүмер бүләк итә. 70 йыл элек, туйға тип тектергән күлдәген, Ольга Афанасьевна яҡты хәтирә итеп һаҡлаған. Лобановтар ғаиләһенең 70 йыл бергә ғүмер итеүенә арнап Киров районы ЗАГС-ында тантаналы сара үтте. Унда уларҙың иң яҡын кешеләре һәм район хакимиәте башлығы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.Ут-һыу аша үткән Лобановтар ете тиҫтә йыл үтһә лә ғаилә усағын һүндермәгән. Ғүмер аҡҡан һыуҙай, яратып һәм яратылып йәшәргә кәрәк был донъяла, ти сәстәренә сал ҡунған ветерандар.