Ҡаҙ ҡанатының ҡаты ҡат –ҡат булыуын һәмәмбеҙ ҙә белә. Ә бына ҡаҙ итенең таты булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? Республика райондарында көҙҙөң иң матур байрамы – өмәләр үтә. Халыҡ йолаларын тергеҙеү менән ер йәһәттән, йүнселдәр был мәлдә аҡса ла эшләп ҡала. Ҡаҙ ҡанаты йыры көҙгө табын биҙәге. Түбәнге Әрмет ауылында йәшәүселәр ҙә төбәктә ҡаҙ үҫтереү менән танылыу яулаған. Һәр хужалыҡта тиерлек егерме – утыҙ баш ҡаҙ өйрәк аҫырайҙар. Быйылғы көҙ ауыл халҡына ауырғараҡ тура килгән. Был аҡсаға ла, көндәлек тормошҡа ла ҡағылмай. Ауыл халҡы ҡарҙың аҙ булыуына зарлана. Тик һуңлаған көҙҙөң ыңғай яғы ла бар. Ҡаҙҙар айырыуса һимеҙ. Ишембайҙар ҡаҙ өмәһен быуындар бәйләнеше, тип иҫәпләй. Балаларҙың ярҙамы ҙур булмаһа ла – уларҙың теләктәре изге. Ҡаҙ өмәһенең йолалары байтаҡ. Мәҫәлән, ҡаҙ башын, тәпәйҙәрен таҙартыу иң тырыш килендәргә ышанып тапшырыла. Ауыл халҡының ҡаҙға бәйле үҙ һынамыштары лә бар. Мәҫәлән, ун ике ҡаҙҙан бер мендәр сыҡһа, ун биш баш ҡаҙ бер һуғымға тиң.Әлбиттә, ҡаҙ өмәһе ҡатын-ҡыҙҙар эше. Тик был байрам тырыш хужаһыҙ – донъя тотҡаһы булған ир-аттан башҡа үтмәй. Байрам биҙәге – йыр-моң. Тап көй байрам кәйефен өҫтәй.Ишембайҙар ҡаҙ өмәһенә иң уңғандарҙы ғына саҡыра. Икенсенән иһә, төбәктә халыҡ байрамдарын тергеҙеү көн үҙәгендә. Республика райондарында ҡаҙ өмәләре әле яңы башлана. Тиҙҙән иһә уңған хужалар киләһе йылға – нисә баш ҡаҙ алырға тигән уй менән аҡса ла туплай башлаясаҡ.
Ҡаҙ өмәһе
Тулыраҡ: Ҡаҙ өмәһе