Татыулыҡҡа ни етә?

Татыулыҡҡа ни етә?

Радий Хәбиров Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедовты ҡабул итте. Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу менән таныштырҙы. Бигерәк тә ул төбәктә йәшәүсе халыҡтарҙың телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау тураһында бәйән итте. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала 160-тан ашыу милләт вәкилдәре йәшәй. Эшлекле һөйләшеү барышында улар менән осрашыуҙар мөһимлеге билдәләнде.Магомедсалам Магомедов Башҡортостанда тормошҡа ашырылған милли сәйәсәтте юғары баһалап, илдә иң уңышлылыларының береһе, тип билдәләне. Республикала милләттәр араһында тыныслыҡ, татыулыҡ һәм берҙәмлек өсөн барыһы ла эшләнә, тине ул.