Михаиловка ҡасабаһында уҡыусылар дәрестәрҙән һуң пенсионерҙарға ҡар таҙартыша, хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә. Урындағы мәктәптең һәр класында үҙ аллы отряд бар. Тимуровсылар менән хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова осрашты. Михайловка урта мәктәбенең туғыҙынсы класс уҡыусылары хаҡлы ялдағы Занфира Ғәлиуллина ярҙам итә. Тимуровсыларҙың даими ярҙамына өйрәнеп тә кителгән, ти пенсионер.Уҡыусылар әйтеүенсә, саф һауала бергәләшеп эшләгәндә эш тә ырап бара, ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала.Советтар Союзы Геройы Алымов Алексей Михайлович исемен йөрөткән Михайловка урта дөйөм билем биреү мәктәбе өсөн был ғәҙәти күренеш. Мәктәптә ветерандарға, пенсионерҙарға ярҙам итеү буйынса махсус план бар.Ҡар көрәп бөткәндән һуң Занфира Шакирова уҡыусыларҙы йылы сәй менән дә һыйлай. Берәүҙәр эште бөтөп йылы сәй эскән ваҡытта, күрше йортта икенсе команда ла ҡалышмай, тырышып ҡар таҙарта.Ольга Терехова тимуровсыларға тәүгә мөрәжәғәт иткән. Олоғайғас ярҙамһыҙ булмай ти, өлкән йәштәге апай. Уҡыусылар ҡар көрәгән арала, ҡыҙҙар иҙәнде йыуа, тип ҡыуана.Уҡыусылар үҙҙәре лә ярҙамдан ләззәт алып эшләй. Изге эштәр эшләү үҫеп килгән быуында ғәҙәти эшкә әйләнһә, тимәк яҡты киләсәккә өмөт бар, ти Михайловка мәктәбе уҡытыусылары.
Өфө районында тимуровсылар хәрәкәте тергеҙелә
Өфө районында тимуровсылар хәрәкәте тергеҙелә