Оператив кәңәшмәлә Белорусияға эш сәфәренә йомғаҡ та яһалды. Бизнес-Миссия составындағы илленән ашыу компания союздаш дәүләттә хеҙмәттәшлек нығытыу маҡсатында эшҡыуарлыҡ форумында ҡатнашты. Башҡортостан-Беларусь осрашыуҙары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева әҙерләгән яҙмала. Беларусь Башҡортостандың төп сауҙа-иҡтисади партнерҙары иҫәбендә. Экспорттың байтаҡ өлөшө химия сәнәғәте тауарҙарынан тора, Беларусьтан беҙгә машиналар, аҙыҡ-түлек һәм еңел сәнәғәт тауарҙары һатып алына. Берҙәм проекттарға ярашлы Башҡортостанда Минск автомобиль заводының дилер үҙәге, «АМКОДОР» холдингы заводы, «Коминтерн» теген фабрикаһының фирма магазины эшләй. Бынан тыш төбәктәр мәҙәниәт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә. Радий Хәбировтың башланғысы менән Башҡортостанда белорус зубрҙарын үрсетеү буйынса үҙенсәлекле экологик проект бойомға ашырыла. Минскиға сираттағы рәсми визит барышында яҡтар өс ҙур килешеү төҙөнө. Эшлекле программа сиктәрендә бизнес вәкилдәре Беларусь республикаһының сәнәғәт предприятиелары менән танышты. Компания етәкселәре менән һөйләшеүҙәр алып барҙы. “Башҡортостан — Беларусь” бизнес-форумында төбәктәр үҙ мөмкинлектәрен танытыу һәм хеҙмәттәшлектең өҫтөн йүнәлештәрен билдәләү мөмкинлеген файҙаланды. Минскиҙан 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан “Великий камень” индустриаль паркы тәжрибәһенә баһа биреп Радий Хәбиров инвестиция һәм һалымдарҙы дөрөҫ көйләүсе ошондай парктар һаны буйынса илдә алдынғыларҙан танылған Башҡортостан өсөн белорус-ҡытай берҙәм эшмәкәрлеге яҡшы өлгө, тип белдерҙе. Беларусь һәм Ҡытай хөкүмәт-ара килешеүе нигеҙендә ойошторолған индустриаль паркта донъяның 15 иленән 127 резидент эшләй. Инвестициялар күләме 850 миллион доллар. Парк биләмәһе 112 мең квадрат метрҙан ашыу, предприятиелар 2 мең ярымдан ашыу яңы хеҙмәт урыны булдырған. Ошо уҡ майҙанда бизнес-үҙәк, логистика биналары, таможня нөктәһе асыҡ, инженер һәм транспорт селтәрҙәре һалынған, резидент компаниялары хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ йорттар төҙөлгән. Инновация пректтарының береһе — мультикоптер, автожир һәм агродрондар сығарыусы комплекс.Башҡортостан Беларусь менән аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеүсе сәнәғәт тармаҡтарында ла хеҙмәттәшлек итә. “Санта” холдингы етәксеһе менән Радий Хәбиров Башҡортостанда ҙур һөт заводы төҙөлөшө тураһында фекер алышты. Компаниялар төркөмө «Савушкин продукт» бренды менән һөт ризыҡтары етештерә. Билдәле холдингты Башҡортостан аҙыҡ-түлек етештереүгә яйлы шарттары ғына түгел, ә Урал һәм Себер йүнәлешендә сауҙа бәйләнештәрен киңәйтеүгә уңайлы географик урыны менән дә ҡыҙыҡһындыра. Витебск өлкә башҡарма комитеты рәйесе менән осрашыуҙа һүҙ ике төбәк араһында иҡтисади һәм социаль өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһында барҙы. Александр Субботин Башҡортостан делегацияһын Витебскиға, быйыл июнь айында Рәсәй – Беларусь төбәктеренең ун беренсе форумына саҡырҙы. Витебск өлкәһе Башҡортостандан Өфөнөң юбилей тантаналарына саҡырыу алды. Осрашыуҙа уртаҡ проекттарҙы бойомға ашырыу йүнәлештәре лә билдәләнде. Радий Хәбиров менән Александр Субботин «Башкирско-белорусское долголетие» программаһының юғары потенциалын билдәләне.
Белорусияға эш сәфәренә йомғаҡ яһалды
Белорусияға эш сәфәренә йомғаҡ яһалды