Бөгөн иртән Ҡырмыҫҡалы районы Салйоғот ауылында 4 йорт янды

Тулыраҡ: Бөгөн иртән Ҡырмыҫҡалы районы Салйоғот ауылында 4 йорт янды

Бөгөн иртән Ҡырмыҫҡалы районы Салйоғот ауылында 4 йорт янды.

Ут сығыу тураһында иртәнге биш тулаларҙа хәбәр ителә, янғын һүндереүселәр уны һигеҙенсе 15 минутҡа тулыһынса һүндереп бөтә. Шуныһы мөһим, өйҙәр бер-береһенән алыҫ арауыҡта булған, ә береһе бөтөнләй икенсе урамда урынлашҡан. Белгестәр фаразлауынса, янғын газ ҡоролмаларының төҙөк булмауы арҡаһында сыҡҡан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Рәсәйҙә газ ҡоролмаларын дөрөҫ файҙаланмау һәм уларҙың төҙөк булмауы арҡаһында фатирҙар шартлап, бихисап кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Һалҡындар төшөү менән янғын сығыу хәүефе тағы ла арта. Шуға күрә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм газ хеҙмәттәре һаҡ булырға саҡыра.