Өфөлә йәшәүсе ғаиләнең түләнмәгән кредиты өсөн балаһын тартып алырға теләйҙәр

Тулыраҡ: Өфөлә йәшәүсе ғаиләнең түләнмәгән кредиты өсөн балаһын тартып алырға теләйҙәр

Өфөлә йәшәүсе ғаиләнең түләнмәгән кредиты өсөн балаһын тартып алырға теләйҙәр.

Коллекторҙар бурыслыларҙы ҡурҡытыуҙың яңынан-яңы ысулдарын уйлап таба. Шылтыратыу, социаль селтәрҙәрҙә ялған мәғлүмәт таратыу менән генә сикләнмәй, бурыс хаҡын бала яҙмышына алмашырға тәҡдим итәләр. Ниғмәтуллиндар ғаиләһе бер нисә ай инде балаларын юғалтыу ҡурҡынысы менән йәшәй. Коллекторҙар көн дә янауҙар менән йөҙәтә: сумманы тиҙ арала ҡайтармаһағыҙ балаларығыҙ менән хушлашығыҙ. Микрофинанс ойошмаһынан үтескә алынған сумма әле 45 мең һумға еткән. Хужабикә һүҙҙәренә ҡарағанда, тәүҙә улар ваҡытында түләп бара, әммә сентябрҙә аҡса етешмәй башлай һәм... Шылтыратыуҙар оҙаҡ көттөрмәй.Янауҙар менән шылтыртаусы коллекторҙар ғәйепләү менән килешмәй. Беҙ уларҙы Өфөләге офистарҙың береһендә барып таптыҡ. Камера алдында йәш кеше үҙен итәғәтле тоторға тырыша.Әммә клиент менән аралашҡанда ул күпкә ҡыйыуыраҡ ине. Бурыслыға даими янай һәм балалары менән ҡыҙыҡһына.Ниғмәтуллиндар үҙ хоҡуҡтарын яҡлауҙы һорап прокуратураға һәм полицияға мөрәжәғәт иткән. Тик әлегә уларҙан яуап юҡ, ә бына бәлиғ булмағандар эштәре буйынса идаралыҡ белгестәре был ваҡиға менән ҡыҙыҡһынып та өлгөргән.Рәсәйҙә яуыз коллекторҙарҙан яҡлаусы закон ниһәйәт барлыҡҡа килде. Ул өлөшләтә быйыл йәйҙән ғәмәлгә инһә, 2017 йылдан ул тулыһынса эшләй башлаясаҡ.Яңы закон коллекторҙар башбаштаҡлығына етди генә сикләүҙәр ҡуя. Хәҙер бурыслыға киске 8-ҙән һуң шылтыратыу тыйыла, ә шәхси осрашыуҙар аҙнаһына 1 тапҡырҙан да артмаҫҡа тейеш. Кире осраҡта ойошма лицензияһыҙ ҡаласаҡ. Тимәк, бурысын ваҡытында түләй алмағандарға хәҙер барыһын да аллаға тапшырып көтөп ятырға кәрәкмәй. Коллекторҙар янай икән шунда уҡ үҙәк банкка һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙып үҙ хоҡуғыңды яҡларға кәрәк. Был осраҡта коллекторҙы яуапҡа тапңрттырып әхлаҡи зыянды түләтеп алырҡңға мөмкин буласаҡ.