Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев ҡулға алынды. Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Алексей Улюкаев 2 миллион доллар ришүәт алғанда тотолған.

Американың һайланған президенты Дональд Трамп Рәсәй президенты Владимир Путин менән телефон аша һөйләшкәндә ике ил араһында ныҡлы бәйләнештәргә өмөт итәм, тип белдергән. Ике ил етәксеһе шулай уҡ иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе, ике ил араһында тарихи мөнәсәбәттәр урынлашыуҙың 200 йыллығын билдәләү тураһында һөйләшеп килешкән.

Молдавияла һәм Болгарияла Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртырға теләүсе кандидаттар еңеп сыҡты. Молдавияла президент һайлауында еңгән Игорь Додон “Рәсәй менән яҡшы бәйләнештәр булдырмай тороп Молдованың киләсәге юҡ”,- тип белдерҙе. Болгарияның һайланған президенты Румен Радев Рәсәйгә ҡарата барлыҡ санкцияларҙы ғәмәлдән сығарырға саҡырҙы.