Башҡортостанда йәшелсәгә хаҡ төшә.
Республика статистика хеҙмәте ҡайһы бер тауарҙарҙың хаҡтарын баҫтырып сығарҙы. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, аҡ майға 3 процентҡа, сырға һәм һөткә 2 процентҡа хаҡ артҡан. Шул уҡ ваҡытта, ярма һәм йәшелсә ике процентҡа арзанайған. Һыйыр, ите, балыҡ, он, тоҙ һәм икмәккә хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалған, тип хәбәр итә белгестәр.