Пенсияға өҫтәп 5 мең
2017-се йылдың ғинуарында Башҡортостанда 5 мең кимәлендәге бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе 1 миллион 163 мең эшләүсе һәм эшһеҙ хаҡлы ялдағылар аласаҡ. Был сумманы түләү өсөн 5 миллиард 800 миллион һум аҡса кәрәк, тип белдерәләр Пенсия Фондынан. Түләү ғаризаһыҙ, пенсия фондында һаҡланған документтар нигеҙендә бирелә.