Дәүләт секторында проекттар менән идара итеү

Тулыраҡ: Дәүләт секторында проекттар менән идара итеү

Дәүләт секторында проекттар менән идара итеү

Геном медицинаһы үҙәген төҙөү, апимондия конгресын үткәреү – Башҡортостан өсөн өҫтөн проекттар. Уларға идара итеү өсөн маҡсат менән сығанаҡтарҙан тыш, бойомға ашырыу ваҡыты, сифат һәм тәүәккәллекте берләштерергә кәрәк. Дәүләт секторында проекттар менән идара итеү иҡтисадтың айырым бер йүнәлеше. 1993 йылдан бирле ошо эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән белгестәр бөгөн Өфөлә тәжрибә уртаҡлаша. Дәүләт ярҙамы бар икән проекттың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, уңышы билдәле, ти Рәсәй технология фәндәре академияһы ағзаһы Александр Цветков. Шул уҡ ваҡытта дәүләт менән бизнес мәнфәғәттәрен бер кимәлдә иҫәпкә алыу мөһим. Өҫтөн проекттарҙы бойомға ашырыуҙа шулай уҡ федераль һәм төбәк проект офистарының үҙ-ара килешеп эшләүе уңышлы.