Радий Хәбиров «Башҡортостан рустары соборы» йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән осрашты. Республика башлығы ойошма вәкилдәренә йәмғиәтте туплау буйынса мөһим ижтимағи бурыстарын үтәгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.Собор эшенең төп йүнәлеше — рус мәҙәниәтен һаҡлау һәм таратыу. Ойошма Башҡортостанда йәшәүсе бөтә милләт вәкилдәре менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ултырышта төбәктә милләт-ара татыулыҡ, берҙәмлек идеяларын һаҡлау, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиләү, республика үҫеше өсөн яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы. Республика башлығы мәғариф үҙәге ойоштороу һәм төбәк үҫешенә ҙур өлөш индергән билдәле кешеләр альманахы тураһындағы тәҡдимдәрҙе ыңғай баһаланы.
Башҡортостан-дуҫлыҡ төбәге
Башҡортостан-дуҫлыҡ төбәге