Спорт үҙәге республиканың билдәле йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, башҡаланың элекке мэры хөрмәтенә аталды. Төҙөлөш "Газпром-балаларға" социаль проекты ярҙамында алып барылды. Өс ҡатлы бинала үҙенең бассейны һәм боҙ һырғалағы ла бар. Спорт үҙәген асыу тантанаһында беҙҙең хәбәрселәр ҙә булды. Яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһы фигуралы шыуыусыларҙың һәм йәш хоккейсыларҙың сағыу сығыштарынан башланды. Спорт үҙәгенең асҡысы уның йәш тәрбиәләнеүселәренә тапшырылды. Физкультура –һауыҡтырыу комплексының асылыуы менән Радий Хәбиров шәхсән ҡотланы. Спорт үҙәге Өфөнөң 450 йыллығына төҙөлдө һәм 2020 йылда ҡаты сирҙән һуң вафат булған баш ҡаланың элекке мэры Өлфәт Мостафин хөрмәтенә аталды. Менделеев урамында урынлашҡан өс ҡатлы спорт объекты ике йыл эсендә төҙөлгән. Үҙәктә йөҙөү буйынса секциялар ойошторолған, ике бассейн төҙөлгән. Шулай уҡ боҙ аренаһы ла бар. Унда буласаҡ фигуралы шыуыусыларға һәм хоккейсыларға оҫталыҡтарын камиллаштырыу мөмкинлеге буласаҡ. Үҙәктә бер юлы 200-ҙән ашыу кеше спорт менән шөғөлләнә ала. Балалар өсөн генә түгел, ололарға ла ишектәр асыҡ. Билдәле профессиональ спортсылар ҙа, яңы спорт үҙәгенең мөмкинлектәрен лайыҡлы баһаланы. 2018 йылдан алып Башҡортостанда меңдән ашыу спорт объекты төҙөлгән. Спортҡа финанс һалыуҙар өс йыл эсендә 10 миллиард һумға тиклем артҡан. Өфөнөң юбилейына тиклем баш ҡалала көрәш, фехтование үҙәктәре, һәм ишкәкле слалом комплексы төҙөлөргә тейеш. Ултырышта республикала мәктәп спортын үҫтереү темаһына айырым иғтибар бүленде. Өс тапҡыр олимпия чемпионы Ирина Роднина Башҡортостанға балалар баҡсаһынан алып студенттар эскәмйәһенә тиклем балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең өҙлөкһөҙ физик үҫеше системаһын индереү буйынса пилот төбәге булырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров, был мәсьәлә советтың киләһе ултырышында ентекләберәк ҡараласаҡ, тип белдерҙе.
Өфөлә Өлфәт Мостафин исемендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды
Өфөлә Өлфәт Мостафин исемендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды