Өфөлә ауыл хужалығы министрлығының элекке ҡунаҡханаһы янып китте

Тулыраҡ: Өфөлә ауыл хужалығы министрлығының элекке ҡунаҡханаһы янып китте

Өфөлә ауыл хужалығы министрлығының элекке ҡунаҡханаһы янып китте.

Ут ялмап алған ҡунаҡханаға хатта янғын һүндереүселәр ҙә яҡын килә алмаған. Бөгөн төнгө сәғәттәрҙә күркәм бина тулыһынса янып бөттө. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Бөгөн шулай уҡ Сәғит Агиш урамында торлаҡ йорттар янып китте. Бер ғаилә ҡыш уртаһында торлаҡһыҙ ҡалған. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, янғын һүндереүселәр ун минуттан килеп етә. Йорттар бер-береһенә яҡын урынлашҡанлыҡтан уларҙа утты һүндереү ҡыйынға тура килә.