Бөгөн төндә Башҡортостан биләмәһендә 35 градусҡа тиклем һыуытҡан

Тулыраҡ: Бөгөн төндә Башҡортостан биләмәһендә 35 градусҡа тиклем һыуытҡан

Янғындарҙың ҡыш үҙ хакимлығына инеп, көндәр ҡапыл һыуытҡас сығыуы борсоуға һала. Бөгөн төндә Башҡортостан биләмәһендә 35 градусҡа тиклем һыуытҡан. Белорет районы Николавка ауылында термометр бағанаһы ошо күрһәткескә еткән. Был турала социаль селтәрҙә ҡулланыусылар яҙа. Синоптиктар республикала бөгөн дә һауа температураһы 30 градусҡа тиклем түбәнәйәсәген белдерә. Был тәү сиратта төнъяҡ һәм көнсығыш райондаға ҡағыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы алыҫ юлға сығыусыларға һауа шарттарын иҫәпкә алып, йылы кейенергә кәңәш итә. Яңынан юлдарҙа боҙлауыҡ көтөргәме-юҡмы, һыуыҡтан нисек һаҡланырға. Фауҡинур апай ҡышҡы селләнән һаҡланыу сараларын яҡшы белә. Ойоҡ-бейәләйҙәрҙе ул һарыҡ йөнөнән иләнгән ептән бәйләй. Йылы әйберҙәрҙе ейәндәренә лә бүләк итә.Йөн һәм иләнгән епте яҡындағы баҙарҙан һатып ала. Тик был көндәрҙә өйҙән сығырға йөрьәт итмәй – юл-һуҡмаҡтар үтә тайғаҡ. Миҙгел бүләктәре бәғзе берәүҙәргә ирмәк күренһә, икенселәрҙе саҡ ҡазаға тарытмай. Федераль юлдарҙа көсөргәнешле хәрәкәт яҙмалары бар. Юл хеҙмәтләндереүселәр ҡом запастары яһай. Өфөнөң һәр районы уны уртаса 10 мең тонна һатып алған. Боҙлауыҡҡа ҡаршы башҡа матдәләр ҙә тупланған.Ноябрҙең декабрь һыҙаттарын алыуын синоптиктар ҙа дәлилләй. Һәм артабан тағы ла ҡатыраҡ һаҡындар күҙаллай. Республиканың көньяғынан төнъяғына тиклем 11-ҙән 30 градусҡа тиклем һалҡын көтөлһә лә белгестәр быйылғы көҙҙөң һуңғы айын аномаль, тип танымай. 1993-сө йыл күрһәткестәренә әле йыраҡ. Һалҡындар күрше өлкәләрҙе лә урап үтмәй. Удмуртияла, мәҫәлән, 29 градус . Яуым-төшөмгә килгәндә иһә, Волга буйы округы биләмәһендә улар яҡын арала көтөлмәй. Көн аяҙ һәм һыуыҡ. Метеорологтар белдереүенсә, ял көндәренә һауа температураһы бер аҙ күтәрелә, тик үткән шәмбеләге кеүек боҙлауыҡ булмай.