Беренсе һыуыҡтар башланыу менән Башҡортостандың 90 процентында тиерлек электр энергияһы һүнде. Бекетов һәм Өфө электр станцияларында булған авария арҡаһында йәнә район-ҡалаларҙа светофорҙар эшләмәне, дауаханаларҙан кешеләрҙе эвакуацияланылар, балалар баҡсаларынан һәм мәктәптәрҙән балаларҙы өйҙәренә оҙаттылар. Был ысын булған хәл түгел, ә республикала үткән күнекмәләр сценарийы. Уның маҡсаты – бөтә хеҙмәттәр араһында бәйләнеш булдырыу, берҙәм эшмәкәрлекте көйләү, электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булғанда авария эҙемтәләрен бөтөрөү. Бындай саралар йыл һайын көҙгө һәм ҡышҡы миҙгел башланыр алдынан ойошторола. Белгестәр төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе баһалай, хаталарҙы өйрәнә һәм аныҡ ҡарар ҡабул итә.Әйткәндәй, ошондай хәл Башҡортостанда июль башында теркәлде. Электр энергияһы булмау сәбәпле республиканың үҙәк өлөшөндә проблемалар барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, светофорҙар эшләмәү сәбәпле юлдарҙа хәл ҡатмарлашты, ҡайһы бер предприятиелар эшмәкәрлеге туҡтаны йә тотҡарланды.
Электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булғанда авария эҙемтәләрен бөтөрөү
Тулыраҡ: Электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булғанда авария эҙемтәләрен бөтөрөү