Ауырғазы районының Кәбәс биләмәһендә йәшәгән халыҡ бер-нисә йыл һыуһыҙ интегә. Кешеләрҙән аҡса йыйып алынһа ла, торбалар һыуһыҙ тутыға. 85 йәшенә аяҡ баҫҡан Миңлебикә инәй һуғыш йылдарында ла ул хәтлем һыуһыҙ интеккән булманы, тип зарлана. Балалары Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан аҙна һайын эсәр һыу алып ҡайта, ә көндәлек ҡулланыуға ул ҡар иретеп ала.Ауырғазы районынының Кәбәс, Ташлыкүл һәм Утаркүл ауылдарының һәр йортонда ошондай күренеш. Фәинә Ғафарова ла ғәҙәттәгесә һәр иртәһен һыу йыйыуҙан башлай. Хәллеләр эсәр һыуҙы аҡса түләп Талбазынан килтертә. Ҡош-ҡортҡа эсереү, башҡа кәрәк-яраҡ өсөн күлдән алалар.Әгәр ҙә аш-һыу бешерергә һыуҙы ҡар иретеп алһалар, ә кер йыуырға һәм мал-тыуарға иһә, ауылдан ике саҡрым алыҫлыҡтағы күлдән барып алырға мәжбүрҙәр.Кәбәс биләмәһендәге өс ауылда бер-нисә йыл рәттән һыу юҡ. Урындағы халыҡ мәсьәләне хәл итеү өсөн, 25-тән алып 60 меңгә тиклем аҡса түләгән. Торбалар үткәрелгән, әммә уларҙан һыу килмәй.Йыйылған аҡсанан тыш, эште тамамлар өсөн, тағы ике миллион һум аҡса һорағандар. Ауырғазы районы хәкимиәте мәсьәлә яңы йылға тиклем хәл ителәсәк, һәр йортҡа һыу киләсәк тип вәғәҙәләне. Бихисап йылдар дауамында һыуһыҙ интеккән, буш вәғәҙәләргә ышанмаған халыҡҡа, бары тик сабырлыҡ туплап тағы ла көтөргә генә ҡала.
Һыуға сарсаған ауыл
Тулыраҡ: Һыуға сарсаған ауыл