Рәсәй Оборона министрлығы Адмирал Грегорович фрегатынан һәм Бастион комплексынан Калибр һәм Оникс ҡанатлы ракеталарын осорҙо. Ракеталар Сүриәлә терроросылар объекттарын юҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән.
Японияның Фукуока ҡалаһында эшселәр 48 сәғәт эсендә оло юлда барлыҡҡа килгән соҡорҙо ер менән тигеҙләп ҡуйған. Уны тултырыу өсөн 6 мең кубометрҙан ашыу ҡырсынташ һәм цемент кәрәк булған. Ҡала мэры хәҙер юлдың был өлөшө элеккегә ҡарағанда 30 тапҡырға нығыраҡ тип белдергән.
Грецияға Барак Обама килеү сәбәпле ҡаршылыҡ акциялары үткән. Халыҡ урамға сығып был сәфәр менән ризаһыҙлығын белдергән. Хоҡуҡ һаҡсылары күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған. Хакимиәттәр Америка президенты килгәндә ҡаршылыҡ акцияларын тыйған булған. Әммә халыҡ барыбер Ҡушма Штаттарҙың сәйәсәтенә ҡаршы үҙ фекерен белдереп ҡалырға теләгән.