Өфөнөң Зорге урамында йәшәүселәр үҙ көстәре менән светофор урынлаштырған

Тулыраҡ: Өфөнөң Зорге урамында йәшәүселәр үҙ көстәре менән светофор урынлаштырған

Өфөнөң Зорге урамында йәшәүселәр үҙ көстәре менән светофор урынлаштырған.

Йорттары янындағы юл өлөшөндә транспорт хәрәкәте көсөргәнешле булғанға күрә, уның аша көн һайын үтеп йөрөү хәүеф тыуҙырған. Ҡала хакимиәтенә мөрәжғәт иткән хаттарға яуап оҙаҡ килгәс, халыҡ шәхси эшҡыуарҙан ярҙам һорарға мәжбүр булған. Әлиә Вәлиева үҙенең генә түгел, балаһының да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, юл аша йүгереп сығырға мәжбүр. Йәш әсә был хәүефле һынауҙы көнөнә бер-нисә тапҡыр үтә. Улар йәшәгән йорт янында бер ниндәй ҙә юл билдәләре, йәйәүлеләргә үткәүелдәр юҡ. Ә бөтә социаль объекттар юл аръяғында урынлашҡан. Был урында бигерәк тә, транспорт хәрәкәте көсөргәнешле, ә районда яңынан- яңы йорттар ҡалғып сыға. Унда йәшәүселәр һаны ла арта. Ошо мәсьәләне хәл итеүҙе һорап, урындағы халыҡ ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Әммә кешеләр артабан да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйырға теләмәй, шәхси эшҡыуарға мөрәжәғәт иткән. Бөтә эштәргә, дөйөм адғанда, бер миллион һумға яҡын сығым талап ителгән. Светофор урынлаштырылған, башҡа юл билдәләрен ҡуйаһы ғына ҡалған. Әлегә йәйәүлеләр һәм водительдәр яңы юл ҡағиҙәләренә өйрәнһен өсөн бер-нисә көн иҫкәртеүсе ҡыҫҡа ут янып торасаҡ.