Дауалау-профилактика учреждениеһы көнөнә 320 сирлене ҡабул итеү ҡеүәтенә эйә һәм табип-белешмә хеҙмәтләндереүе өсөн бар кәрәкле йыһаздар менән тәьмин ителгән. Ауыл халҡы көтөп алған ваҡиға урынында Радий Хәбиров табиптар һәм пациенттар менән аралашты. Нагаевола йәшәүселәр әлегә тиклем яңы, яҡшы, әммә тар фельдшер-акушер пункты менән ҡәнәғәт ине. Ҡапыл сирләп эш ҡалдырғанда бында эшкә яраҡһыҙлыҡ танытмаһын асырға булһа ла, кәрәкле тикшереүҙәр үтер, махсус йүнәлешле табип белешмәһен алыр өсөн Өфөләге 21-се клиника дауаханаһына барырға тура килгән.Дилара Кузнецова бәләкәсен прививкаға килтергән. Яңы поликлиника бер көн тест тәртибендә эшләһә, бөгөндән тулы ҡеүәтенә асыҡ. Кескәй пациенттар өсөн сағыу төҫтәр менән биҙәлгән, уйын өҫтәлдәре ҡуйылған айырым бүлексә бар. Нагаево халҡы һаулығы хаҡында хәстәрлекте хәҙер өс ҡатлы күркәм бинала эш башлаған табиптар үҙ иңенә алды. Тәүге пациентты тик яҡшыға юрайҙар.Заманса поликлиникала сәләмәтлекте тикшереү һәм тәү медицина- санитар ярҙам күрһәтеүгә иҫәпләнгән бар йыһаздар ҡаралған. Рентген, маммография, эндоскопия, ультратауыш ярҙамында тикшереү, хирург, акушеров-гинеколог, терапевт, невролог, офтальмолог, ЛОР-табиптары, процедура һәм прививка кабинеттары эшләй. Физиотерапия бүлеге һәм көндөҙгө стационар бар. Медицина учреждениеһы ололар һәм балаларҙы тәүлегенә 12 сәғәт 2 сменала ҡабул итә. Нагаево ғына түгел, яҡын урынлашҡан күрше ауылдарҙан да ошонда килергә була. Республика башлығын ҡыҙыҡһындырған тәүге һорау – белгестәр менән тәьмин итеүгә килгәндә, мәсьәлә ыңғай хәл ителә. Ауыл ғына түгел, башҡаланың Октябрь районы өсөн мөһим социаль объект төҙөлөшөн Башҡортостан Республикаһы менән «Роснефть» компанияһы араһындағы хеҙмәттәшлек килешеүе нигеҙендә “Башнефть” ғәмәлгә ашырған. Генераль подрядсы майҙаны биш мең квадрат метрға яҡын бинаны шәхси проект буйынса төҙөп 2024 йылдың 7 февралендә файҙаланыуға тапшырған.«Роснефть» компанияһы үҙе эшләгән төбәктәрҙә уңайлы социаль мөхит булдырыу яҡлы. Һуңғы биш йылда республикала «Башнефть» булышлығында 45-тән ашыу дауахана, сәләмәтлек үҙәге һәм ФАП төҙөлгән йә яңыртып ҡоролған. Башҡортостан нефтселәре йәмғеһе 300-ҙән ашыу социаль әһәмиәттәге объект төҙөлөшөнә аҡса бүлгән. Республиканың компания менән хеҙмәттәшлеге уңышлы дауам итә.
Нагаевола яңы поликлиника асылды
Нагаевола яңы поликлиника асылды.