Тағы ла көндәшкәрҙәр һуғышымы йәки донъяны сысҡандар баҫа

Тулыраҡ: Тағы ла көндәшкәрҙәр һуғышымы йәки донъяны сысҡандар баҫа

Тағы ла көндәшкәрҙәр һуғышымы йәки донъяны сысҡандар баҫа.

Республика халҡы Шишмәләге хәлдән иҫенә килеп тө өлгөрмәне, Стәрлетамаҡта йәшәүселәр ҙә ошондай уҡ шаҡ ҡатырлыҡ күренешкә юлыҡты.Ҡалалағы билдәле магазиндарҙың береһендә ир кәштәлә ашап ултырған сысҡанды видеоға төшөрөп алған. Киптерелгән емеш-еләк ҡаптарын ҡарағанда ир кимереүсене күреп ҡала. Ҡапты тишеп һыйланып ултырған сысҡан хатта ҡасырға ла уйламаған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Шишмәлә йәшәүсе ҡатын супермаркеттан һатып алынған һөттә үле сысҡандар тапҡайны. Ҡатын сабыйына бутҡа бешерергә уйлап ҡапты аса һәм һөттә үле 4 сысҡан йөҙөп йөрөгәнен күреп шаҡ ҡата.