Башҡортостанда газ индерелгән 17 мең йорт һәм бер мең 300 социаль объект хәүефле тип табылған.
Быны республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы белгестәре асыҡлаған. Фажиғәле осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында белгестәр аңлатыу эштәре алып бара.Ҡырмыҫҡалы районы Салйоғот ауылындағы янғын сәбәбе лә газ ҡоролмаларының төҙөк булмауына бәйле булып сыҡты. Ут ялмаған 4 өй бер-береһенән алыҫ арауыҡта булған, ә береһе бөтөнләй икенсе урамда урынлашҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм газ хеҙмәттәре һаҡ булырға, именлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.