Тере килеш үлтәргәндәр

Тулыраҡ: Тере килеш үлтәргәндәр

Тере килеш үлтәргәндәр.

Салауат ҡалаһында йәшәүсе үҙенең иҫәнлеген иҫбатларға тырыша. ЗАГС-тарҙың береһендә уны үлгәндәр иҫәбенә индергәндәр. Эш хаҡын һәм пенсия түләүҙе лә туҡтатҡандар. Иҫән кешегә теге донъянан нисек кире ҡайтырға һуң? Ике ай инде Сергей Никитин үҙенең иҫәнлеген иҫбатларға тырыша. Иң тәүҙә был хәлде хеҙмәткәренә эш хаҡы күсерә алмаған бухгалтерҙар белеп ҡала. Артабан ир инвалидлыҡ буйынса пенсия алған картаһы юҡ ителгәнен белеп ҡала. Шулай уҡ, уның эйәһенең үлеүе сәбәпле. Ә һалым хеҙмәте Сергей Никитинды дәүләт ҡаҙнаһына бөтә түләүҙәрҙән бушатҡан. Социаль номеры ла ғәмәлдән сыҡҡан. Ир үҙенең мәрхүм булмағанын иҫбатлап, урындағы пенсия фондына ла мөрәжәғәт иткән. Әммә бында ла ул иҫәндәр исемлегендә булмай сыға. Баҡтиһәң, Өфө районының ЗАГС органдарында хата ебәрелгән. Сергей Никитинды исем-шәрифтәре тура килгән башҡа кеше менән бутағандар. Был мәсьәлә буйынса тикшереү буласаҡ, тип белдерҙеләр ЗАГС идаралығында. Берәүҙең хатаһы арҡаһында күп балалы Никитиндар ғаиләһе хәҙер аҡсаһыҙ ултырырға мәжбүр. Кемдеңдер иғтибарһыҙлығы Сергейҙы тере килеш үлтергән. Уға тағы күмпе шәүлә булып йөрөргә һәм үҙенең иҫәнлеген иҫбатларға кәрәк булыр әлегә билдәһеҙ.