Бөгөн Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлеклек” форумы үтә.
Мәртәбәле сарынң Өфөлә үтеүе осраҡлы түгел. Республикала тәүгеләрҙән хәйриә эшмәкәрлеге тураһында закон ҡабул ителде, беҙҙә 300-ҙән ашыу хәйриә ойошмаһы эшләй, һәм Өфө 2018 йылға билдәләнгән Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумын үҙенә саҡыра. Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр,матурлыҡты иһә изге эштәр дәлилләй. Сикһеҙ хәйриә эшмәкәрлеге өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашырға йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар ошо фекергә баҫым яһай. Рәсәйҙә бөгөн 7 мең хәйриә фонды, 15 ойошма, 2 миллион ярым ирекмән бар. Федерация советы рәйесе урынбаҫары Галина Карелова фекеренсә хәйриә эшмәкәрлеге дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала, ошо йүнәлештәге проекттар гранттар менән бүләклән. Шул уҡ ваҡытта хәйриә эшмәкәрлегенә ышыҡланып үҙ мәнфәғәттәрен хәстәрләгән мутлашыусылар ҙа юҡ түгел. Шуға ла хәйриә фондтары эшен законлы нигеҙгә раҫлар документтар мотлаҡ. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов хәйриә эшмәкәрлеге тирәләй интеллектуаль хоҡуҡи даирә булдырыу зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Хәйриә эшмәкәрлегенең йомшаҡ әммә ышаныслы ҡатын-ҡыҙ ҡулында булыуы ла осраҡлы түгел. Был эш батырлыҡты талап итә. Балалары именлеге хаҡына ил киләсәген хәстәрләп ҡатын-ҡыҙ, тимәк, әсә, йәмғиәт, дәүләт һәм бизнесты берләштерә лә ала. Форумда ҡатнашыусылар гуманитар бәйләнештәрҙе һәм хәйриә эшмәкәрлеген халыҡ-ара кимәлдә киңәйтеп изгелеккә ысынлап та сиктәр юҡлығын раҫлай.