Иртә ҡыш саңғысыларға хуш килде

Тулыраҡ: Иртә ҡыш саңғысыларға хуш килде

Иртә ҡыш саңғысыларға хуш килде.

Ҡышҡы спорт төрҙәрен үҙ итеүселәр быйыл миҙгелде ике-өс аҙнаға алдан башланы. Шулай ҙа барлыҡ тау саңғыһы базалары ла кешеләрҙе ҡабул итергә әҙер түгел, сөнки ҡар ҡатламы әлегә йоҡа. Ә бына Өфөләге олимпия резервындағы балалар мәктәбендә шөғөлләнеүселәр саңғыға күптән баҫҡан, бында трассаны яһалма ҡар менән ҡаплайҙар. Ябай ғына механизм ярҙамында Ҡариҙелдән күтәрелгән һыу бер нисә секундта ҡар бөртөктәренә әүерелә. Өфөнөң көнсығыш битләүендәге саңғы трассаларын ошондай 9 агрегат яһалма ҡар менән тәьмин итә. Был саңғысыларға күнекмәләрҙе ноябрь башынан алып май аҙағына тиклем дауам итеү мөмкинлеген бирә. Ә инде әҙер трассала буласаҡ чемпиондар, әлегә йәш өйрәнсектәр берәүҙәре саңғыла икенселәре сноубордта шыуыу оҫталығын шымарта. 8 йәшлек Варвара Кизина 5 йыл элек беренсе тапҡыр тау саңғыһына баҫһа, оҫтарғас кескәй ҡыҙ үҙен сноубордта һынап ҡарарға була.Ошонда уҡ сноуборд оҫтаһы Антон Капривица сираттағы ярыштарға әҙерләнә. Сочилағы Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы өсөн махсус трамп-трек та ҡорғандар. Тиҙҙән ул Австрия һәм Францияла үтәсәк Европа чемпионатында Рәсәй данын яҡларға юллана.Ә Өфө ҡар трассалары быйыл 20-нән ашыу турнирҙы ҡабул итәсәк. Хәйер бының өсөн мөмкинлектәр бар, тәбиғәт хикмәттәрен көтөп ятырға тура килмәйәсәк. Ҡариҙел ярында әле өсөнсө көн тоташ ҡар яуа, пушкалар бында тәүлек әйләнәһенә яҡынса ай буйына эшләйәсәк. Тәбиғәт ҡосағына сығып саңғы шыуырға теләүселәргә лә оҙаҡ көтөргә ҡалманы, бер аҙнанан синоптиктар яуым-төшөм артыуын фаразлай. Тимәк саңғы сноубордтарҙы әҙерләй торорға ла ваҡыт.Тауға сығыр алдынан тәү сиратта саңғыны дөрөҫ һайлау зарур. Уның оҙонлоғо эйәктән дә бейек булмаҫҡа тейеш. Шулай ҙа тиҙлек яратыусыларға оҙонораҡ саңғы һайларға кәңәш ителә. Һайлауға килгәндә, тау саңғыһымы әллә сноубордмы. Белгестәр таҡтаға бер аҙ тәжрибә туплаҡас ҡына баҫырға кәңәш итә.