Башҡортостандың башҡалаһы Өфө Рәсәй төбәктәрендә йыл дауамында барасаҡ “Балаларҙың төп йырҙары” музыка фестивале артистарын ҡаршыланы. Тамашасылар – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре. Улар республиканың һәр ҡала-районынан килде. Концертты беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡараны. Яҡшы йырҙар күп булмай, уларҙы тағы ла күбәйтергә бурыс ҡуйған проект авторҙары йыр фестивален беренсе йыл үткәрмәй. Әммә тап быйыл йәш башҡарыусылар Рәсәй төбәктәре буйлап сәйәхәт ҡылырға ҡарар иткән. Бәхетле ҡалалар исемлегендә Өфә лә бар. “Балаларҙың төп йырҙары” фестиваленә башланғыс һалған Александр Школьник ғаилә, дуҫлыҡ, ихтирам һәм һөйөүгә дан йырлаған автор һәм башҡарыусыларҙы берләштереү маҡсатын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Концерттарҙы Мәскәүҙең Еңеү музейы “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды менән берлектә мәҙәниәт инициативалары Президент фонды ярҙамында ойоштора. Балалар өсөн иң матур йырҙар сәхнәнән илдең иң яҡшы балалар коллективтары башҡарыуында яңғырай. Өфөнөң бер мең тамашасыға иҫәпләнгән ҡала мәҙәниәт йорто залында буш урын ҡалманы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарҙың ғаиләләренә был концерт йән йылыһы һәм рух ныҡлығы өсөн мөһим. Өфө вәкилдәре башҡарыусылар араһында ла бар. “Виктория” һәм “Веселинка” бейеү коллективтары, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар студияһы концерттың сағыу биҙәгенә әйләнде. Калининградтан старт алған проект гастролдәрен илдең биш ҡалаһында Түбәнге Новгород, Новосибирск, Екатеринбург, Өфө һәм Воронежда үткәрә. Йәш артистар сығышының беренсе этабына март айында Мәскәүҙә йомғаҡ яһала. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың күбеһе фестивалдә бер-нисә йыл рәттән ҡатнаша. Проект Рәсәй һәр төбәгендә йәш һәләтле башҡарыусыларҙың үҫешенә һәм балалар өсөн йыр авторҙарының танылыуына булышлыҡ итә. Бөгөнгә һөнәри аранжировкалы илленән ашыу студия яҙмаһы сығарылған, уларҙың 26-һына музыкаль клип төшөрөлгән. “Балалар өсөн төп йырҙар” “Балалар радиоһы” һәм музыка каналдары ротацияһына алынған һәм киң күләмле сараларҙа ҡулланыла. Ә иң мөһиме, был музыка марафоны тамашасыларға иң яҡты кисерештәр, шатлыҡ сатҡылары бүләк итә. Берҙәмлек хисе һәм Ватан менән ғорурлыҡ тойғоһон уята.
Балаларҙың төп йырҙары
Балаларҙың төп йырҙары