Әлбиттә, ул депутаттар һәм сенаторҙарға ғына тәғәйенләнмәгән. Киләһе алты йылда илдең социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләгәнлектән мөрәжәғәт Рәсәйҙә йәшәгән һәр кеше өсөн мөһим. Ил етәксеһенең мөрәжәғәтен федераль каналдар тура эфирҙа күрһәтте.