Киндерле мәмерйәһендә һәм Еҙем йылғаһында тәбиғи парк төҙөү, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы янында бал ауылы булдырыу - Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең ултырышында 2017 йылға пландар билдәләнде.
Республиканың һәр район-ҡалаһында ойошманың бүлексәләре бар. Дәүләкәндә минералдар музейы булдырылған, Әбйәлилдә браконьерҙарға ҡаршы көрәш эше яйға һалынған, Белоретта география уҡытыусылары ҡоро ойошторолған. Был ҡаҙаныштарға өлгәшеүҙә республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың өлөшө ҙур. Ул ойошманың Попечителлек советын да етәкләй. Бөгөн Рус география йәмғиәтенең етәксеһе Сергей Шойгу исеменән Рөстәм Зәки улына рәхмәт хаты тапшырылды.