Башҡортостанда хәйриә эшмәкәрлегенә йөҙҙәрсә миллион һум аҡса бүленә

Тулыраҡ: Башҡортостанда хәйриә эшмәкәрлегенә йөҙҙәрсә миллион һум аҡса бүленә

Башҡортостанда хәйриә эшмәкәрлегенә йөҙҙәрсә миллион һум аҡса бүленә. Меңләгән кешегә кәрәкле ярҙам күрһәтелә. Был хаҡта республика башлығы Рөстәм Хәмитов “Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлелек” форумында белдерҙе.

Республикала хәйриә эшмәкәрлеге тик һуңғы биш йылда ғына ныҡлар үҫешә башланы. Даими эшләгән фондтар,мәрхәмәтлелек тирәләй хоҡуҡи мөхит барлыҡҡа килде.

Төрлө илдәрҙең изгелеккә битараф ҡала алмаған ҡатын-ҡыҙҙары Конгресс-холл бинаһында бөгөн дә тәжрибә уртаҡлаша. Ҡунаҡтарҙы “Мәрхәмәт” хәйриә мәғариф фондында, 13-сө һәм 28-се мәктәп-интернаттарында көтәләр.