Бәләбәй – сылтыр шишмәләр иле

Тулыраҡ: Бәләбәй – сылтыр шишмәләр иле

Бәләбәй – сылтыр шишмәләр иле. Тик райондың Яңы Казанка ауылы халҡы һыуһыҙ интегә. Дөрөҫөрәге һыу бар, ләкин, бөтә ғаиләләргә лә етмәй. Ауылда сауҙа кибете лә юҡ. Халыҡҡа аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алыр өсөн йәйәүләп күрше ауылдарға йөрөргә кәрәк. Сөнки, пассажир автобусы йөрөмәй. Ә ауылда күбеһе пенсионерҙар. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов репортажы.

82-се йәшен ҡыуалаған Сәймә Хажғәлиева яңғыҙы йәшәй. Пенсионер ҡалаға барырға теләмәй. Ҡыҙҙары һәм улдары бер-ике аҙнаға етерлек ризыҡ әҙерләп китә.

Пенсионер ғүмере буйы колхозда эшләгән. Ваҡытында ул һөт менән флягаларҙы күтәреп кенә йөрөткән.

Ә был ғаиләлә береһенән-береһе бәләкәй балалар үҫә. Йәш әсә уларҙы яңғыҙы тәрбиәләй. Бер үҙе өлгөрә алмағас, әсәһен дә янына күсереп алған. Төп мәсьәлә-һыу ти хужабикә.

Лиананың өлкән улына 7 йәш. Тик быйыл ул беренсе класҡа бара алмаған-һәр ваҡыт медицина ярҙамы талап ителә.

Ауылда, нигеҙҙә, пенсионерҙар йәшәй. Оло йәштәгеләр эсергә һыу алып ҡалыр өсөн иртә менән ҡоҙоҡ янында сиратҡа баҫа.

Ауылда барлығы ике колонка һәм бер ҡоҙоҡ бар. Колонканан һыу яйлап ҡына аға, ҡоҙоҡтағыһы бөтөнләй эсерлек түгел.

Ауылда сауҙа кибете лә, почта бүлеге лә, балалар баҡсаһы ла, башланғыс мәктәп тә, медицина пункты ла, мәҙәниәт йорто ла юҡ.

Был бина сауҙа кибете булған. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән магазинда элек бөтә әйберҙәр һатылған. Хәҙер ул эшләмәй һәм емерек хәлдә. Кешеләр ризыҡ һатып алыр өсөн күрше ауылға йөрөргә мәжбүр.

Лиана Ғатауллинаға ла кесе ҡыҙына йүргәктәр, өлкәндәренә дарыуҙар һәм тәмлекәстәр һатып алыр өсөн күрше ауылға йөрөргә тура килә. Ә арауыҡ 5 саҡрым самаһы. Пассажир автобусы аҙнаһына ике тапҡыр тик иртән генә килә.

Яңы Казанка ауылында заманында ферма булған. Бөтә кешеләр шунда мал ҡараусы, һауынсы булып эшләгән.

Ауыл биләмәһе башлығы әйтеүенсә, һыу мәсьәләһе ауылдан элек-электән булған.

Ауыл биләмәһе башлыҒы халыҡты ғәйепләүҙән ары китмәне. Яңы Казанкала йәшәүселәр иһә беҙҙең һыуға ла, сауҙа кибетенә лә хоҡуғыбыҙ бар, тип ғәҙҙелек өсөн көрәшергә ниәтләй.