Дәүләт Думаһында Рәсәй-Сүриә хеҙмәттәшлегенең айырым статусы тураһындағы закон проекты әҙерләнә. Атап әйткәндә, депутаттар Мәскәү менән Дамаскты туғандаш ҡалалар итергә ниәтләй. Емерелгән ҡаланы тергеҙеүгә Рәсәй белгестәрен йәлеп итеп хеҙмәттәшлекте тағы ла нығытыу ҡарала.
Астанала ЭКСПО күргәҙмәһе биләмәһендә төҙөлгән бина емерелгән. Урындағы киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, харабаларға криминалистарҙы үткәрмәйҙәр. Объектҡа тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн өс бригада килгән.
Плутон өҫтөндә ярым туңған һыулы океан булыуы ихтимал. Фотографияларҙы тикшергәс ғалимдар шундай фекергә килгән. Океан 1 мең 200 саҡырымға һуҙылған һәм Юлдаш тип аталған урында булыуы ихтимал.