Республиканың төп шыршыһы быйыл Ватан этнопаркында ҡуйылды.
Ул 30 метрлыҡ. Тиҙҙән бында боҙ ҡаласығын төҙөү ҙә башлана. Биләмәнең бер өлөшөндә конькиҙа шыуыу өсөн майҙансыҡ эшләнәсәк. Башҡаланың төп проспектын да яңы йылға биҙәү башланды. Октябрь районында ғына егерме меңдән артыҡ гирлянда эленәсәк. Боҙ ҡаласыҡтарының темаһы быйыл хоккей уйындарына бағышланасаҡ, ти белгестәр.