Салауат Юлаев хоккей командаһы ла яңы йыл алдынан яҡшы уйын күрәһәтә.
Беҙҙең команда рәттән 7-се еңеүгә өлгәште. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә юлаевсылар Мәскәүҙә "Спартак" менән осрашты. Өҫтәмә ваҡытта Захар Арзамасцевтың индергән шайбаһы беҙҙең командаға еңеү килтерҙе. Иҫәп 4-кә 3. Уйында ҡарарға Дәүләт Думаһына Башҡортостандан һайланған депутаттар ҙа килгәйне.