Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсәйҙең радиациянан, биологик һәм химик ҡоралдан һаҡланыу үҙәге белгестәре Сүриәнең Алеппо ҡалаһында террорсыларҙың химик ҡорал ҡулланыуын иҫбатлаған. Был турала Рәсәй оборона министрлығҡы вәкиле Игорь Конашенков хәбәр иткән. Алеппоның көньяҡ-көнбайышында министрлыҡ белгестәре миналарҙы, тупраҡты тикшереп сыҡҡан һәм боеприпастарға хлор һәм аҡ фосфор һалыныуын асыҡлаған.

Рәсәй президенты Владимир Путин иҡтисади үҫеш министрлығының элекке етәксеһе Алексей Улюкаевҡа ҡарата енәйәт эше асыуҙы күңелһеҙ осраҡ тип атаны. Закон ҡаты һәм ул барыһы өсөн дә бер тигеҙ, тине ил етәксеһе. Министрлыҡҡа яңы етәксе ошо көндәрҙә тәғәйенләнергә тейеш. Алексей Улюкаев 2 миллион доллар ришүәт менән ҡулға алынғайны.

Ангела Меркель христиан-демократтар һәм христиан- социаль берлектәренән Германия канцлеры вазифаһына үҙ кандидатураһын күрһәтергә ниәтләй. Германияның киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, был хаҡта тиҙҙән билдәле буласаҡ. Әлегә Меркель христиан-демократтар фирҡәһе президиумында ғына канцлер булыу теләген белдергән.

Испанияның РАСМА хайуандарҙы яҡлау фирҡәһе Мединачали ҡалаһында булған йән өшөткөс видеокадрҙарҙы йәмәғәтселек иғтибарына сығарҙы. Бер фестивалдә үгеҙҙең мөгөҙҙәренә ут төртәләр. Хайуан утты һүндерергә теләп тыпырсына башлай. Видео авторҙары үгеҙҙең күҙҙәре яныуы тураһында хәбәр итә. Испанияла үгеҙҙәрҙе язалап үлтереүҙе тыйып урам акциялары үтә.