Башҡортостан йәнә Бөтә Рәсәй география буйынса диктантҡа ҡушылды

Тулыраҡ: Башҡортостан йәнә Бөтә Рәсәй география буйынса диктантҡа ҡушылды

Башҡортостан йәнә Бөтә Рәсәй география буйынса диктантҡа ҡушылды.

Былтырғы менән сағыштырғанда илдә майҙансыҡтар һаны ун тапҡырға күберәк булды. Акцияны бөтә субъекттар ҙа күтәреп сыҡты. Сараның төп маҡсаты – халыҡтың география буйынса белем кимәлен тикшереү һәм был фәнгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу. Беҙҙең республикала 104 урында тест үтергә мөмкин ине. Өфөлә төп майҙансыҡтар Башҡорт дәүләт һәм педагогия университеттарында урынлашты. Ҡатнашыусыларға 45 минут эсендә Рәсәй географияһына бәйле 30 һорауға яуап бирҙе. Шәхси һөҙөмтәләр йыл аҙағына тиклем “Рус география йәмғиәте” сайтында урынлаштырыласаҡ. 95 һәм унан да күберәк балл йыйғандарға ойошманың төбәк бүлексәһе бүләктәр әҙерләгән. Үткән йылда беҙҙең республикала ике генә география уҡытыусыһы йөҙ балға ирешкәйне. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда географияға иғтибар ҙур. Бөтә Рәсәй буйынса тик беҙҙең республикала ғына һәр район-ҡалала “Рус география йәмғиәте” нең бүлексәләре бар. Уларҙың эштәре лә һөҙөмтәле: Дәүләкәндә минералдар музейы булдырылған, Әбйәлилдә браконьерҙарға ҡаршы көрәш эше яйға һалынған, Белоретта география уҡытыусылары ҡоро ойошторолған. Был ҡаҙаныштарға өлгәшеүҙә республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың өлөшө ҙур. Ул ойошманың Попечителлек советын да етәкләй. Рус география йәмғиәтенең етәксеһе Сергей Шойгу исеменән Рөстәм Зәки улына рәхмәт хаты тапшырылды. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең сираттағы ултырышында 2017 йылға пландар ҙа билдәләнде: Киндерле мәмерйәһендә һәм Еҙем йылғаһында тәбиғи парк төҙөү, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы янында бал ауылы булдырыу һәм башҡалар.