Мин илһөйәр

Тулыраҡ: Мин илһөйәр

Башҡортостандың “Мин илһөйәр” төбәк йәмәғәт ойошмаһы “Минең изге тыуған төйәгем” республика асыҡ интернет-конкурсы ойошторҙо Ошо көндәрҙә Өфөлә уға йомғаҡ яһалды. Конкурста 7 йәштән алып 30 йәшкә тиклемге кешеләр ҡатнашты. Сараның географияһы бик киң, эштәрҙе Урал аръяғы райондарынан, ҡалаларҙан ебәргәндәр. Уларҙың күбеһе тыуған илебеҙгә арналған һәм шиғырҙар, ғилми эштәрҙән ғибәрәт.Финалда конкурсанттар үҙҙәренең эштәре менән таныштырҙы. Ойоштороусылар билдәләүенсә, улар республиканың гәзит-журналдарына баҫтырыуға тәҡдим ителәсәк.