Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы боҙ өҫтөнән йөрөмәҫкә кәңәш итә

Тулыраҡ: Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы боҙ өҫтөнән йөрөмәҫкә кәңәш итә

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы боҙ өҫтөнән йөрөмәҫкә кәңәш итә.

Әле ҙур йылғалар туңмаған, ә күлдәрҙә һәм быуаларҙа боҙ ҡалынлығы уртаса 5 сантиметр ғына.Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар бар. Бигерәк тә балыҡсылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Улар ҡомарын тыя алмайынса именлек тураһында онота. Йылға-күлдәрҙә боҙ аҫтына төшөп китмәҫ өсөн кешеләр арауығы 4-5 метр самаһы булырға тейеш. Өфөнөң Затон биҫтәһендә янында Ағиҙел йылғаһы боҙ менән яңы ғына ҡапланыуға ҡарамаҫтан, унда иртә менән тиҫтәләгән балыҡсы ултыра. Һыу әле тейешенсә туңмаған тип иҫкәртеүҙәргә ҡарағанда, улар өсөн ҡомар мөһимерәк. Белгестәр әйтеүенсә, ноябрь менән декабрь айҙарында боҙ яҡшылап туңмай. Шуға күрә боҙға сығыр алдынан хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онорға ярамай. Һыу объекттарында кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостанда махсус айлыҡ башланды. Сара Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы планына ярашлы үткәрелә. Әле ҙур йылғалар туңмаған, ә күлдәрҙә һәм быуаларҙа боҙ ҡалынлығы уртаса 5 сантиметр ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар бар. Айлыҡтың маҡсаты – йылға-күлдәрҙә кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү, балыҡсылар күпләп йыйылған урындарҙы асыҡлап, уларға ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен еткереү. Ҙур йылғалар өҫтө әле боҙ менән ҡапланмаған. Ә күлдәрҙә һәм быуаларҙа боҙ ҡалынлығы ни бары 3 сантиметрҙан 10 сантиметрға тәшкил итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар күп.Был аҙна аҙағында көндәрҙең йылытыуы көтөлә. Тимәк йылға-күлдәргә сығыр алдынан хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тотор кәрәк. Белгестәр әйтеүенсә, ноябрь-декабрь айҙарында боҙ йоҡа була. Айлыҡтың маҡсаты – йылға-күлдәрҙә кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү, балыҡсылар күпләп йыйылған урындарҙы асыҡлау.