Был дата 1996 йылда үткән беренсе Бөтә Донъя телевидение форумынан һуң уртаҡ тапшырыуҙар аша дәүләт-ара мөнәсәбәттәрҙә тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләрен хәл итеү, шулай уҡ мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында раҫланған. “ТЭФИ- төбәк” Бөтә Рәсәй телевидение конкурсы финалының ошо көндәргә тап килеүе осраҡлы түгел. Быйыл ул асылғандан башлап 15-се тапҡыр үтә, Өфө иһә тарихта икенсе тапҡыр уның еңеүселәрен ҡабул итә. “ТЭФИ-төбәк” — берләштереү конкурсы. Төбәк телевидение каналдары журналистарын илдең танылған эфир оҫталарынан тәжрибә алыр, үҙ тапшырыуҙарын дәрәжәле баһалама хөкөмөнә сығарып, мәртәбәле Орфей яулар өсөн. Бронза һындар бөгөн махсус йөк менән Өфөгә килтерелде. Мәскәү-Силәбе поезының 15-се вагонында 15 ҡумта. Һәр береһенең ауырлығы 30 килограм тирәһе. Ҡыҙыл таҫмалыларында һәр журналист алырға теләгән Орфей. Бронза һындарҙы Эрнст Неизвестныйҙың Нью-Йорктағы оҫтаханаһында яһап Мәскәүгә самолет менән оҙатҡандар, бөгөн улар Өфөлә. “ТЭФИ — төбәк” фестивале асылыуға тәүлектән аҙыраҡ ваҡыт бар. Әлеге мәлдә Өфөгә ижади эштәрҙең авторҙары һәм илдең телевидение оҫталары йыйыла. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы мәртәбәле конкурстың ойоштороусылары иҫәбендә. Егерме бронза һын ышаныслы һаҡ аҫтында, бөгөндән улар хужаһын көтә. Республикабыҙ башҡалаһына Рәсәйҙең 83 төбәгенән журналистар килеүе көтөлә. Баһалама хөкөмөнә биш йөҙҙән ашыу ижади эш тәҡдим ителгән, шуларҙың 211-е мәғлүмәт тапшырыуҙары номинацияһында юғары наградаға дәғүә итә. Хеҙмәттәшебеҙ Айгөл Кантюкова сығарылышты алып барыусы номинацияһында финалға сыҡты. Спорт хәбәрсеһе Зилә Авзалованың “Яңы йыл мөғжизәһе” лә ТЭФИ төбәк финалында. Мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙең спортҡа мөкиббән китеүе тураһындағы репортаж “Ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыу” тигән махсус номинацияла. Бронза Орфей өсөн республикала эшләгән башҡа телевидение каналдары ла ярыша. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 24 ноябрҙә. Фестиваль барышында теләгән һәр журналист телевидение йондоҙҙарынан оҫталыҡ дәрестәре алала. Владимир Познер, Александр Любимов, Владислав Флярковский, Кирилл Поздняков, Антон Привольнов, Игорь Угольников. Өфөгә килер танылған тележурналистар исемлеге киң. Фестиваль сиктәрендә Рәсәйҙә төбәк телевидениеһының киләсәге тураһында түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыу ҙа ҡаралған.
Бөгөн телевидение көнө
Тулыраҡ: Бөгөн телевидение көнө