Башҡортостанда станок етештереүселәр кластеры булдырыла

Башҡортостанда станок етештереүселәр кластеры булдырыла

Ошо турала Мәскәүҙә Радий Хәбировтың "РосТех" етәксеһе Сергей Чемезов менән осрашыуҙа әйтелде. Ул Стәрлетамаҡ биләмәһендә урынлашасаҡ. Дәүләт корпорацияһының Республикала 13 предприятиеһы бар. Уларҙың үҫеш күрһәткестәре барланды. Шулай уҡ Күмертауҙағы вертолеттар етештереү предприятиеһында янғын һүндереү вертолеттары эскадрилияһын булдырыу тәҡдиме хупланды.