Мутлашыуҙың яңы төрө асыҡланды

Мутлашыуҙың яңы төрө асыҡланды

Өфөлә йәшәүсе Әлфиә Булатованы паспорт күсермәһе ярҙамында ғына мутлашыусылар 10 миллион һумлыҡ бурысҡа батырған. Йәнәһе лә, ҡатын тиҫтәгә яҡын кешенән ҡултамға ҡуйҙырып бурысҡа аҡса алған һәм килем менән юҡҡа сыҡҡан. Был хәл буйынса енәйәт эше асылған.

Әлфиә Булатованың ҡулында йәнәһе лә ул яҙған расписканың күсермәһе. Уның эстәлеге буйынса имеш тә ҡатын кешенән аҡса алып тора һәм ай һайын процентын түләргә вәғәҙәләй. Хаттағы ҡултамға Әлфиәнеке түгел. Әммә ошо килеш тә кемгәлер ҡатын-ҡыҙға ҡаршы ғариза яҙыуҙа ҡамасауламаған. Әлфиә Булатоваға суд ҡарары менән хат килеп төшкән.

Был бәләнең башы ғына. Әлфиәгә көн һайын төрлө судтарҙан яңы хаттар килә башлай.

Әлфиәнең әле белгәне буйынса ғына ялған зыян күреүселәр ғаризалары менән 12 судҡа мөрәжәғәт иткән, уларҙың дүртеһе ҡатын-ҡыҙға ҡаршы ҡарар сығарған. Ошо ғәйепләүҙәр нигеҙендә ҡатын 10 миллион һумға бурысҡа батҡан.

Беҙ Әлфиәгә ҡаршы ғариза яҙған кешеләрҙең береһе менән бәйләнешкә индек. Зыян күреүсе Әлфиәне лә, уға биреп торған аҡса тураһынла ла бер нәмә лә белмәй булып сыҡты.

Әлфиә был мутлашыуҙың яңы төрө, тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, эште бер төркөм кешеләр башҡара. Зыян күреүселәрҙең һаны ла арта. Эш суд приставтарына барып етһә, фатирһыҙ ҡалырмын тип ҡурҡа ҡатын.

Әлфиә үҙе тәжрибәле бухгалтер һәм аҡса эшендәге бөтә нескәлектәрҙе яҡшы белә. Тәү сиратта ҡултамғаны тикшертеүсе экспертиза үткәрергә ниәтләй ҡатын. Әлеге ваҡытта ул судҡа әҙерләнә һәм был күңелһеҙ ваҡиға тиҙ арала ыңғай хәл ителер, тип өмөтләнә.