Яугирҙәр өсөн доға ҡылыу

Яугирҙәр өсөн доға ҡылыу

Башҡортостан Башлығы Рамаҙан айында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр өсөн доға ҡылырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров изге айҙа төрлө сикләүҙәр барлығын билдәләп, иң мөһиме — яҡты уйҙар һәм изге эштәр, тине. Бар уйыбыҙ — ир-егеттәребеҙ хаҡында, хәҙер улар өсөн доға ҡылырға кәрәк. 1 ай дауамында донъя мосолмандары тәүлектең яҡты мәлендә ризыҡ менән һыуҙан тыйылып торорға тейеш. Ураҙаның төп маҡсаты – тәрбиә. Кеше күңелендә игелек, тормошта әҙәп, тәнгә сәләмәтлек, йәнгә рухи тәрбиә биреү. Изге ай Ураҙа Ғәйете менән тамамлана. Быйыл ул апрелдең 10-на тура килә.