Өфөлә йәшәүсе таксист Эдуард Әсаҙуллин 3 йылдан ашыу онкология менән сирле балаларға ярҙам итә. Изге эштә водителгә бер төркөм битараф булмаған кешеләр ярҙам ҡулы һуҙа. Тулыраҡ хәбәрселәребеҙ әҙерләгән сюжетта.Тап ошо хәлдән һуң Эдуард Әсаҙуллин яман шеш менән яфаланған балаларға ярҙам итә башлай. Изге эш матур йолаға әйләнеп китә. Һәр айҙың һуңғы көнөндә эшләгән аҡсаһын ул республика балалар клиник дауаханаһына илтә. Күп тә үтмәй был изге эштә таксист егеттең ниәттәрен хуплаусылар табыла. «Изгелек армияһы» – таксист егет үҙенең фекерҙәштәрен тап шулай тип атай. Инде өс йылға яҡын битараф булмаған әүҙемселәр балаларға тип аҙыҡ-түлек, кейем, бүләктәр әҙерләй, аҡса йыя. Әлеге ваҡытта социаль селтәрҙә Эдуард Әсаҙуллиндың аудиторияһы 19 мең кешенән ашҡан. Барыһы ла ябай ниәттән – донъяны аҙ ғына булһа ла яҡшыраҡ итергә теләүҙән башлана. Таҙа автомобиль, бушлай тәмлекәстәр һәм күтәренке кәйеф. Таксистың эш принцибы ябай. Көн һайын егет кемде лә булһа кәрәккән еренә бушлай илтеп ҡуя. Йөклө ҡатын, оло быуын, йә финанс яҡтан ҡатмарлыҡтар кисергән кешеләргә тәү сиратта ярҙам итергә тырыша ул. Үҙ миҫалы менән күптәрҙе игелек ҡылыуға дәртләндерә. Тәүге ярҙам күләме 35 мең булһа, хәҙер дөйөм иғәнәләр күләме ярты миллионға тиклем еткән. Ҡылған изгелек кире әйләнеп ҡайта тиҙәр. Эдуард тәүге көндән алып ҡуртымға алынған машинала йөрөгән. 2022 йылдың аҙағында социаль сертәрҙәрҙә уға яҙылыусыларҙың береһе таксист егеткә транспорт сараһы һатып алыу өсөн аҡса йыйырға тәҡдим итә. Эдуард баш тарта, әммә был идеяны башҡа яҙылыусылар ҙа хуплап сыға һәм шунда уҡ аҡса ебәрә башлайҙар. 10 айҙа 1 миллион һум йыйып, автомобиль һатып алалар. Ярҙам аҡсалата ғына түгел. Герасим Хуноян мәҫәлән, 2 йылдан ашыу яман шеш менән ауырыған балаларҙың әсәләренә тәмлекәстәр әҙерләй. Эдуард менән осраҡлы ғына танышҡан егет хәҙер үҙе лә мәрхәмәтлек юлында. Илмира Байғазина ла изгелек армияһы сафында. Хеҙмәттәштәре менән бергә балаларға кәрәк-яраҡтар, бүләктәр йыйыуҙа ҡатнаша. Александр Зәйнуллин онкология менән сирләгән балаларға ярҙам йыйыу тураһында социаль селтәрҙәр аша белеп ҡалған. Был эштә бәләкәй генә булһа ла ярҙам мөһим, тигән фекерҙә ир. «Мәрхәмәтле булыуҙың ояты юҡ». Бындай яҙыулы наклейка изгелек ҡылған һәр кемгә бирелә. Хәҙер ул Анна Комаровала ла бар. Диана Дәүләтбирҙина бер йылдан ашыу ҡыҙы менән республика балалар клиник дауаханаһында дауалана. Ҡатындың әйтеүенсә, бындай иғтибар оло ярҙам булып тора һәм йәшәүгә көс өҫтәй. Эдуард Әсаҙуллин таксист һөнәре тормошҡа ҡарашты үҙгәртте тип бүлешә. Хәҙер егеттең маҡсаты – игелек эштәре күберәк башҡарылһын өсөн ярҙам даирәһен киңәйтеү, был изге эшкә кешеләрҙе күберәк йәлеп итеү.
Мәрхәмәтле булыуҙың ояты юҡ
Мәрхәмәтле булыуҙың ояты юҡ