Дөйөм эш өсөн тупландыҡ

Дөйөм эш өсөн тупландыҡ

Йәрмәкәй районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн халыҡ тупланды-маскировкалау селдәрҙәре үреү буйынса клубтар барлыҡҡа килде. Гуманитар йөк тә даими оҙатыла. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙар ярҙам өсөн яҡташтарына рәхмәт белдерә. Ғәлимйән Ибатуллин сюжеты.Маскировка селтәрен ирекмәндәр “Катюша” йырын йырлап менән үрә. “Хәҙер һәм ошонда” хәрәкәтен ойоштороусы Ынйы Шафиҡова әйтеүенсә, мәктәп йылдарында ул һуғыш осорондағы ауыр мәлдәргә бәйле театраль сығыштарҙа ҡатнашҡан. Хәҙер иһә элекке уҡыусы үҙенең синыф етәксеһе менән бергә һалдаттарға гуманитар ярҙам күрһәтә. Тик селтәр үреү өсөн туҡымалар табыу ғына ауырға тура килә. Ирекмәндәр хәрәкәтенең саҡырыуына урындағы халыҡ шунда уҡ яуап бирә. Йыл эсендә Йәрмәкәйҙә ошо клубтың 6 бүлексәһе асыла. 120 кешене берләштергән ирекмәндәр хәрәкәте ағзаларының һәр береһенең үҙ бурысы. Ҡайһы берәүҙәр буйҙар өсөн таҫмалар киҫә. 3 метрға 6 метр булған селтәрҙәрҙе ҡырҡыуҙы иң оҫталар үҙ өҫтөнә алған. Артабан ҙур селтәрҙәрҙең ситтәре утта өтөлөп, уларға таҫмалар һуңынан ғына бәйләнә. Селтәрҙәрҙең сите һәм ныҡлығы өсөн көслө заттар яуаплы. Уларҙың да үҙ технологияһы.Маскировкалау ҡоролмаһы ныҡлығы өсөн айырым, махсус материалдар ҡулланыла. Полиамид бау, ептәр 250 килограмм ауырлыҡты күтәрә ала. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар яҡташтары – Йәрмәкәй халҡынан гуманитар ярҙамды даими алып тора. һалдаттар әйтеүенсә, Йәрмәкәйҙә үрелгән маскировкалау селтәрҙәре фабрикала сығарлығандыранын ныҡ айырыла. Райондың Тарҡаҙы ауылында маскировкалау селтәрҙәре үреүҙән тыш, медицина роталары, госпиталдәр өсөн стериль бәйләү материалдары әҙерләнә. Был - махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән фельдшер үтенесе. Йәрмәкәй халҡы маскировка селтәрен үреүҙә иң алдығы ысулдарҙы ҡуллана. Бының өсөн ирекмәндәр Бәләбәй һәм туймазы тәжрибәһен дә өйрәнгән.