Островскийҙың “Ҡарһылыу” пьесаһы ике вариантта – “Сажень” һәм “Триггер” балеттары булып сәхнәгә сыға. Заманса бейеү халыҡ-ара фестивале сиктәрендә ҡуйылған бер актлы спектаклдәр беҙҙең хәбәрселәр репортажында.Опера һәм балет театрының бәләкәй залында репетициялар бара. Төп ролдәрҙә тамашасыларҙың яратҡан артистары.Тәүге балеттың үҙәк фигураһы – Ҡарһылыу үҙе һәм уның донъяға ҡарашы. Хореограф Мария Ряполова героиня булмышының сафлығына баҫым яһай.Спектакль заман стилдәренең береһе – бионика стилендә. Сәхнә биҙәлеше тәбиғәттең технологиялар менән бергә ҡушылыуынан ғибәрәт. Симфоник һәм электрон көйҙәр бер-береһен алыштыра. Ҡуйыусы хореограф фекеренсә — “Сажень” балетының либреттоһы үҙенә күрә тәжрибә майҙаны. Ҡарһылыу – Алиса Алексеева, ә Артем Доброхвалов – Мизгирь. Улар был образдарҙы нисек ҡабул итә?Костюмдар ҙа төрлө стилдәрҙе берләштерә. Рәссам Геннадий Осташов костюмдар өсөн эскиздарҙы алдан төшөрмәгән. Фантазия осошона бирелеү – төп процесс, тигән фекерҙә ул. Театрҙың ҙур залында ла репетициялар бара. Островсикйҙың шул уҡ пьесаһы буйынса балетмейстер Павел Рябов “Триггер” балетын ҡуя.Заманса бейеү халыҡ-ара фестивале Рәсәйҙең ҙур театры менән берлектә бойомға ашырыла һәм унда илдең алты йәш балетмейстеры ҡатнаша. Өфө тамашасыһы фестиваль һөҙөмтәһен был йомала уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында күрә ала.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында был йомала премьера
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында был йомала премьера