Өфө районының Таптыҡ халҡы элекке ауыл биләмәһе башлығына һәм башҡа яҡташтарына төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Ирекмәндәр клубында йәшеренеү өсөн селтәрҙәр ҙә үрәләр. Берләшкән ауыл халҡы тураһында Закир Шәрипов репортажы. 87 йәшлек Екатерина Сизова, ауыр булыуға ҡарамаҫтан, яйлап ирекмәндәр клубына килә. Бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға төрлө ярҙам туплана, йәшеренеү өсөн селтәрҙәр үрәләр. Бөйөк Ватан һуғышы афәтен, аслыҡ-яланғаслыҡты татып белгән инәй яугирҙарға ярҙам итеү — изге бурыс, тип иҫәпләй.Екатерина Сизова ғүмерен мөғәллимлек эшенә бағышлаған. Беҙ ныҡ булдыҡ, хәҙерге йәштәр бигерәк хәлһеҙ, ти тыл ветераны. Пенсионер аяҡ-ҡулдары, һыҙланыуына ҡарамаҫтан, көн һайын йәмғиәткә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға файҙалы булырға тырыша.Уҙған йылда Таптыҡ ауылы биләмәһе башлығы үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Хәҙер ул яҡташтары менән даими бәйләнештә. Яугирға һәм башҡа хәрбиҙәргә ярҙам итеү маҡсаты менән ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы депутаттар менән әңгәмәләшеп, ирекмәндәр клубы ойошторорға ҡарар иткән. Үҙ аҡсаһына тейешле әйберҙәр һәм ҡорамалдар һатып алған. Клуб быйыл ғинуар айында ғына ойошторолған. Ошо арауыҡта ирекмәндәр йәшеренеү өсөн 15 селтәр үргән, дүрт гуманитар ылау туплап оҙатҡан. Аҙна һайын ҡатын-ҡыҙҙар 5 селтәр әҙерләй. Тап улар күпләп ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.Бында гуманитар ярҙам да туплана. Осоргино, Таптыҡ, Глумилин, Лекаревка ауылы халҡы бергәләшеп, аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары йыя. Хатта Кушнаренко районынан ҡатын-ҡыҙҙар 400 май шәм әҙерләп, 40 йомортҡалыҡ һалма ҡырҡып килтергән һәм махсус хәрби операцияға оҙатҡандар.Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү теләге менән бөтә Башҡортостан берләшкән. Таптыҡ ауыл биләмәһендә урынлашҡан ирекмәндәр клубында яҡташтарының теләктәрен иҫәпкә алып, гуманитар ылау йыйыла. Бынан аҙна һайын Өфө районы, Өфө ҡалаһы, республика исеменән ебәрелгән йөктәргә тейешле әйберҙәр ҡушылып тора. Таптыҡ ауыл биләмәһенән генә мобилизацияланғандарҙы иҫәпкә алмағанда 8 кеше үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Улар араһында ауыл биләмәһе башлығы ла бар.
Яҡындарының ярҙамын тойоп алыша
Яҡындарының ярҙамын тойоп алыша