Улар йыл һайын 1 апрелдә индексациялана.Индексация күләме уҙған йылда пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы үҫеше темптарынан сығып иҫәпләнә, тип хәбәр итә ил хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Социаль пенсиялар страховка пенсияһын иҫәпләү өсөн тейешле раҫланған стажы булмаған граждандарға түләнә. Бынан тыш, ул инвалидтарға һәм ҡараусыһын юғалтҡандарға ла түләнә. Шулай уҡ 1 апрелдән һуғышта алған яраларынан инвалид булып ҡалған хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм ирекмәндәр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, радиация йәки техноген һәләкәттәрҙә зыян күргән граждандарға дәүләт пенсия тәьминәте күләме 7,5 % күтәрелә. Дөйөм алғанда, был ҡарар 4 миллиондан ашыу кешегә ҡағыла. Социаль фонд бюджетында бының өсөн яҡынса 37,5 миллиард һум ҡаралған.
Рәсәй хөкүмәте социаль пенсияларҙы 7,5% арттыра
Рәсәй хөкүмәте социаль пенсияларҙы 7,5% арттыра