Яңы килешеүҙәр

Яңы килешеүҙәр

Вуз-ара студент кампусында ике юғары уҡыу йорто һәм “Рамстор” компанияһы араһында генетик инженерия өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева һәм Премьер-министр Андрей Назаров ҡатнашлығында Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректорҙары ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, яҡтар төрлө материал һәм әйберҙәр ярҙамында ДНК-чиптарҙың өлгөләрен булдырырға ниәт итә. Нигеҙ булып банк карталары, документтар, китаптар һәм башҡалар була ала. Мәғлүмәт йәшеренгән код рәүешендә яһалма молекула эсендә һаҡланасаҡ. Үҙенсәлекле проектты китапханаларҙа, банкттарҙа, көс структураларында һәм медицина ла һынап ҡарарға уйлайҙар.