Һайлау участкаһына килеп тауыш биргән һәр кем бүләккә махсус беләҙек алып тауар һәм хеҙмәттәргә ташлама менән файҙалана ала. Бынан тыш, һайлауҙа ҡатнашҡандарҙың ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлеге лә бар. Әҙерләнгән приздар араһында автомобиль, шифаханаларға юлламалар, хатта фатир ҙа бар. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова сюжетында. Өфөлә йәшәүсе Ватолиндар ғаиләһе “Бөтә ғаилә менән” тип исемләнгән федераль проектта ҡатнаша. Бергәләшеп һырғалаҡҡа барыу, милли аш-һыу бешереү, ҡала музейҙары менән танышыу — 4 бала тәрбиәләгән Анастасия менән Алексей конкурстың башынан алып ойоштороусылар ебәргән эштәрҙе теүәл үтәй һәм фотоларын социаль селтәрҙәргә һалып бара. Төп приз сәйәхәт. Бүләк отоу теләге менән башланған акция хәҙер тағы ла мөһимерәк әһәмиәт алған. Ғаилә менән тотонған эш берләштерә, ғаиләне тағы ла көслөрәк итә, ти Ватолиндар . Шуға ла, һайлауҙарға ла улар мотлаҡ балалары менән бергә барырға һөйләшкән. Тауыш биреүсегә бүләк. Һаулауҙарға ҡатнашып та ҡиммәтле приз оторға мөмкин. 15-нән – 17 мартҡа тиклем Башҡортостанда “Рәхмәт” акцияһы үтә. Һайлау участкаһына килеп тауыш биргән һәр кемгә бүләккә махсус беләҙек бирелә. Әгәр ҙә тагазинда ошондай билдәле наклейка йә плакат эленеп тора икән, тимәк был һатыу нөктәһе акцияла ҡатнаша тигән һүҙ. Тауышын ҡалдырған һәр кемгә бындай магазиндарҙа ташлама бирелә.Акция барышында ташламалар бирергә әҙер ойошмалар исемлегенә кибеттәр, автосервистар, матурлыҡ салондары, бөҙрәханалар, кафе-ресторандар, медицина үҙәктәре, сәнғәт усаҡтары һәм башҡа хеҙмәтләндереү өлкәһе учреждениелары инә. Партнерҙар һаны көндән- көн арта, ти ойоштороусылар. Унан тыш, һайлауҙарҙа ҡатнашҡан һәр кемгә махсус приздар отоу өсөн QR-билеттар ҙа тапшырыла. Ирекмәндәр QR-билеттарҙы барлыҡ ғаилә ағзаларына ла бирә. Ҡатнашыусыларға үҙҙәренең билетын сканерлап, рәхмәт102.рф сайтында һигеҙ символдан торған уникаль код индерергә генә кәрәк. Махсус бүләктәр араһында һанлы техника, электр самокаттары, велосипедтар, башҡа техника бар. Иң ҡиммәтле бүләктәр автомобиль, Сочи ҡалаһына бөтә ғаиләгә юллама һәм фатир. “Рәхмәт” акцияһында ҡатнашыу талаптары ябай. Иң мөһиме бөтә ғаилә менән Һайлау участкаларына барып үҙ тауышыңды ҡалдырыу. Тулыраҡ мәғлүмәтте рахмат102.рф сайтында табырға мөмкин.
Һайлау осоронда Башҡортостанда “Рәхмәт” акцияһы үтә
Һайлау осоронда Башҡортостанда “Рәхмәт” акцияһы үтә